+13 °С
Облачно
Новости
11 Ноября 2021, 08:22

Конкурстар тураһында тулыраҡ -

-

Өфөлә «Тамға» II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы уҙғарыла

14 ноябрҙә Өфөлә конкурс эштәрен яҡлау һәм «Тамға» II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының финалы ойошторола. Йомғаҡлау турында 36 автор – талантлы оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар һәм дизайнерҙар ҡатнаша. Эштәр менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танышырға мөмкин.

Авторҙар үҙҙәренең эштәрен биш номинацияла күрһәтә: «Башҡорт халыҡ кейеме – реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары».

Проекттың тура трансляцияһы Республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналында күрһәтелә. Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Жюриҙа Башҡортостандың Милли әҙәби музейы директоры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратова; Рәсәйҙең Дизайнерҙар, ЮНЕСКО-ның Рәссамдар союздары ағзаһы, «Этно Эрато» юғары милли кейем модаһының Евразия конкурсында Гран-при алған Александр Кирдякин; тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнология тикшеренеүҙәре институты ҡарамағындағы Археология һәм этнография музейы этнография бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода; Өфө художество-гуманитар колледжында ювелир эше һөнәре буйынса уҡытыусы Миңлегөл Дәүләтова; Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, проекттың координаторы Гөлгөнә Баймырҙина; Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми хеҙмәткәре, рәссам Сәлимә Усманова һәм башҡалар эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл конкурс сентябрҙә башланды. 1-2 ноябрҙә онлайн рәүештә проекттың һайлап алыу туры уҙҙы.  Жюри ике көн буйына Италиянан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Башҡортостандан 200-гә яҡын ҡатнашыусының эштәрен баһаланы.

«Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо. Проект традицион милли кейемдең уникаль ҡиммәттәренә, этник үҙенсәлектәренә йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.

 

Башҡорт теле көнөнә ҡарата нәфис һүҙ фестиваль-конкурсы уҡыусыларҙы ҡатнашырға саҡыра

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәби музейы Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың – иле бар» нәфис һүҙ фестиваль-конкурсын ойоштороу тураһында иғлан итте.

Был конкурста Рәсәйҙең төрлө типтағы белем биреү учреждениеларының 1-11-се класс (мәктәп, лицей, гимназия һәм башҡалар) уҡыусылары ҡатнашырға мөмкин. Улар ижади эштәр – Башҡортостан шағирҙарының башҡорт теле тураһында шиғырҙарын яттан һөйләгән видеояҙмалар ебәрергә тейеш.

Конкурс 2021 йылдың 1 ноябренән 30-на тиклем онлайн уҙғарыла. Йомғаҡ 14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә яһала.

Фестивалдең маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостанда һәм унан ситтә телде популярлаштырыу.

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән һылтанма буйынса положениела танышырға мөмкин.

Автор:Ләйлә Аралбаева
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-11-11/bash-ort-tele-k-n-n-arata-n-fis-festival-konkursy-u-yusylar-y-atnashyr-a-sa-yra-2578891
Конкурстар тураһында тулыраҡ -
Конкурстар тураһында тулыраҡ -
Автор:
Читайте нас