-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2021, 15:58

"Тамаша"ның 6-сы - декабрь һанын баҫмаға әҙерләйбеҙ

Журналыбыҙға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар. Әлегә, ҡыҙыҡлы мәҡәләнән өҙөк -

Донъяла изгелек күберәк...

 

Талантлы ла, сибәр ҙә, уңған да, ихлас та ул. Тормош уны төрлө яҡлап һынап тора кеүек, әммә үҙе ныҡышмал да икән – бирешмәй. Шатлығын да, һағышын да йырҙарына һалып, бар күңелен ижадҡа йүнәлткән. Һүҙем Альбина Килдейәрова тураһында.

Ысынлап та, уны тормош тыуғандан алып һынай кеүек: бала тапҡан ике ҡатындың сабыйҙарын табиптар яңылышлыҡ менән бутай. Быны ата-әсәләр байтаҡ ваҡыт үткәс кенә һиҙеп ҡала һәм уларҙы алмаштырып ала. Был тарихты Альбинаның ижадын һәм тормошон күҙәтеп барған һәр тамашасы белә, уны, бәлки, ҡабатлап тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Әммә әңгәмәбеҙ барыбер ошо турала һөйләшеүҙән башланып китте.

 

– Альбина, ошо тарихтың һинең тормошоңа йоғонтоһо булдымы? Бөгөнгө көн күҙлегенән уны нисек ҡабул итәһең?

– Эйе, ҡайһы ваҡыт күңелдә ниндәйҙер юшҡын торған кеүек тойғо булып китә. Ғәҙәти хәл түгел бит. Ҡайҙа барһам да, кем менән һөйләшһәм дә шул турала һорашалар. Был тарих беҙҙе ғүмер буйы оҙата килә.

Ә мөнәсәбәттәргә килгәндә, барыһы ла һәйбәт. Үҙ ата-әсәйем менән дә, күкрәк һөтө менән үҫтергән күрше апайҙы ла яҡын күрәм. Улар ҙа мине ярата. Алмаштырған ҡыҙ Гөлгөнә лә миңә сит түгел. Ул уҡытыусы һөнәрен һайланы, балаларға инглиз телен өйрәтә. Әйткәндәй, ул исем тәүҙә минеке булған. Балаларҙың яңылышлыҡ менән алышынғанын белгәс, беҙҙе кире алыштырғандар бит инде. Ә документтар шул килеш ҡалған. Мин үҙ исемемде уға биреп, үҙем уныҡын алып, Альбина булып киткәнмен. Ниндәйҙер күңел яраһы булып ҡалманы был ваҡиға. Балалыҡ менән үтеп киткәндер ул. Ә бына әсәй кешеләргә ныҡ ауыр булғандыр инде. Гөлгөнәне ҡалдырып, мине алып ҡайтҡас, әсәйем илап ултыра икән. Ә мин уйнап йөрөгән ерҙән эргәһенә барып: «Зәйнәп апай, иламағыҙ инде. Мин бит хәҙер һеҙҙең ҡыҙығыҙ булдым», – тип йыуатып маташҡанмын. (Дауамы декабрь һанында)

"Тамаша"ның 6-сы - декабрь һанын баҫмаға әҙерләйбеҙ
"Тамаша"ның 6-сы - декабрь һанын баҫмаға әҙерләйбеҙ
Автор:
Читайте нас