Башҡорт телендәге StandUp* тәүге тапҡыр республика райондарына гастролгә сығырға йыйына. Башҡортса сығыш яһаған 7 иң шәп StandUp комик халыҡты юморҙың яңы форматы менән таныштырыу өсөн төрлө ауыл-ҡалаларға юллана.
Башҡортса StandUp резиденттары — КВН-дың төрлө лигаларында уйнап өлгөргән тәжрибәле комиктар, Өфө ҡалаһында төрлө юмор майҙансыҡтарын ойоштороусылар («Хәйерле StandUp кис» һәм «Ҡыҙҙырыу»). Концерт ваҡытында теләгән һәр кем асыҡ микрофон янына сығып, үҙен яңы ролдә һынап ҡарай ала. Сифатлы юмор менән айырылып торған комиктар артабан Өфөгә «Хәйерле StandUp кис» сараларына саҡырыла.
Проектты ойоштороусыларҙың береһе Марсель Мөхәмәтйәнов «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, райондарға сығыу тамашасыны юморҙың яңы төрө менән таныштырырға, һәләтле йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү өсөн майҙансыҡ булдырырға ярҙам итергә тейеш.
Командаларҙың Кушнаренко, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк райондарында, Туймазы, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында сығыш яһауы көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт — https://vk.com/subashkortsa төркөмөндә. Гастролдәр тамамланғас, Өфөлә йомғаҡлау StandUp концертын ойоштороу күҙаллана.
Проект йәштәрҙең ижади ҡеүәтен үҫтерергә, үҫмерҙәрҙең буш ваҡытын файҙалы үткәрергә булышлыҡ итер, тип билдәләй Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры директоры Гөлназ Йосопова.
Сараларҙа Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһында указы положениеларына ярашлы барлыҡ ҡағиҙәләрҙе һәм сикләүҙәрҙе үтәү мотлаҡ.
* StandUp — комедия сәнғәте, комик йәнле аудитория алдында сығыш яһай.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2021-10-28/standup-bash-ortsa-proekty-respublika-rayondary-buylap-gastrolg-sy-a-2563519