+25 °С
Облачно
Новости
27 Октября 2021, 10:50

«ИКЕ АҠҠОШ» музыкаль конкурсы саҡыра

-

Республикабыҙҙа легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева һәм талантлы композитор, музыкант Бәхти Ғайсиндың иҫтәлегенә «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурсы иғлан ителде.

Конкурс ике номинацияла үтә: «Яңғыҙ йыр» һәм «Инструменталь башҡарыу». Тәүгеһе күренекле йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның ижадына арнала, унда һәүәҫкәр йырсылар, уҡыу йорттары уҡыусылары һәм студенттары, 14 йәштән алып башҡарыусылар ҡатнаша ала. Икенсе номинацияла коллективтарҙың сығыш яһауы көтөлә, музыканттар баянсы Бәхти Ғайсиндың репертуарынан әҫәр башҡарырға тейеш. Ғаризалар һәм видеояҙмалар 25 октябрҙән 25 ноябргә тиклем chish.metod2@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Сығыштар «Бәйләнештә» селтәрендә конкурстың рәсми төркөмөндә һалынасаҡ.

«ИКЕ АҠҠОШ» музыкаль конкурсы саҡыра
«ИКЕ АҠҠОШ» музыкаль конкурсы саҡыра
Автор:
Читайте нас