-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2021, 18:00

"Беҙ - татыу һәм әүҙем"

Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте

"Беҙ - татыу һәм әүҙем"
"Беҙ - татыу һәм әүҙем"

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте. Унда республиканан рәсми ҡунаҡтар сифатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина, Башҡортостандың мәғариф министрлығы белгесе Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты.
Сара сиктәрендә "Аҡбуҙат" журналы мөхәрррире, шағирә Лариса Абдуллина баҫманың йәш уҡыусылары Ансар һәм Дана Бүләковтар, Алина һәм Диана Йәһүҙиндар, Әминә һәм Рәшит Хамәтовтар, Самир Ибраһимов менән осрашты.
Балаларға журналдың махсус номеры, дүрт телдә сыҡҡан “Тере шишмә” китабы, милли орнаменттар менән биҙәлгән “Урал батыр” комикстары бүләк ителде.
Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе дәрестәре ойошторолған. Унда 15 бала шөғөлләнә.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, йәкшәмбе мәктәбенә ярҙам йөҙөнән алфавит, уҡытыу-методик ҡулланмалар, нәфис әҙәбиәт тапшырҙы. Исмәғил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан Артем Фәхриевҡа министрлыҡ дипломдары тапшырылды.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре ҙур гала-концерт менән тамамланды. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова әйтеүенсә, сара бик матур үткән. Концерт программаһы “Ирәндек” фольклор ансамбле ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналған. Шулай уҡ, “Наза ” бейеү ансамбле лә сағыу сығыштары менән тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған.
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алған осорҙа ошодай күркәм сара үткәрелеүе бик әһәмиәтле. Милләттәштәребеҙ ошо мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Санкт-Петербург башҡорттарына килгәндә, беҙ – берҙәм һәм әүҙем. Башҡортостанға ярҙам һәм хәстәр өсөн рәхмәтлебеҙ, артабан да был бәйләнештәр нығыныр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.

Автор:
Читайте нас