М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Евгений Лопатин арабыҙҙан китте. Уның кәүҙәһен иртән грим бүлмәһендә тапҡандар.
«Ул 2011 йылдан бирле Йәштәр театрында эшләне. Бөгөн дә «Капитан ҡыҙы» спектаклендә Швабрин ролен уйнарға тейеш ине. Яҡшы актер булды, бик йәл», — тип хәбәр итте артистың хеҙмәттәштәре «Башинформ» агентлығына.
Актерға 37 генә йәш ине. Уның йөрәк өйәнәгенән вафат булыуы ихтимал. Евгенийҙың ҡатыны менән улы ҡалды.
«Тамаша» журналы редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
https://www.bashinform.ru/news/1655819-v-grimerke-akter-ufimskogo-molodezhnogo-teatra-nayden-mertvym-/