-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2021, 21:14

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Журналыбыҙҙың шәп дуҫы, әүҙем авторы Рәзилә Ырыҫҡужинаны Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарың һүнмәһен-һүрелмәһен, ҡәләмең үткер, фекерҙәрең тос булһын тигән теләктәбеҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Рәзилә Ырыҫҡужинаның иң әһәмиәтле эше – ул Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы – Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина тураһында уның туғандарының, уҡыусыларының һәм коллегаларының иҫтәлектәре. Рәзилә Ишбулды ҡыҙы төрлө район һәм ҡалаларҙан 50-ләп кеше менән осрашып, улар менән ихлас әңгәмәләшә. Йыйынтыҡ 2018 йылдың авгусында «Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә» тигән исем аҫтында баҫылып сыға. 2019 йылда уның Хоҙайбирҙиндар ғаиләһе тураһындағы барлыҡ мәҡәләләре тупланған, шулай уҡ ҡыҙы, ҡатыны һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндың биографиялары буйынса яҙылған «Һағышлы ла торна тауыштары» тигән мәҡәләһе ингән «Һүнмәҫ йондоҙҙар» («Немеркнущие звезды») исемле икенсе китабы донъя күрә.

Автор: Ануза Якупова
Читайте нас