+24 °С
Дождь
Новости
7 Октября 2021, 07:43

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе -

-

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы сараларҙың көсөнә инеүе 27 октябргә күсерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. 12 октябрҙән 27-һенә тиклем музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ һәм массаж салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-спорт комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларына барғанда, ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, ярты йыл эсендә ковид менән ауырығанды раҫлаған белешмә, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе хаҡында белешмә күрһәтергә кәрәк.

27 октябрҙән һуң ПЦР һәм вакцина яһатырға ярамауы хаҡында белешмә ҡабул ителмәй.

Был халыҡ прививка эшләтеп, сертификатҡа эйә булһын, ә учреждениелар һәм сауҙа комплекстары кәрәкле ҡорамал һатып алһын өсөн эшләнгән.

 

https://www.bashinform.ru/news/1655134-v-bashkirii-vstuplenie-v-silu-usilennykh-mer-protiv-koronavirusa-pereneseno-na-27-oktyabrya/     

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе -
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юғары әҙерлек тәртибе тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе -
Автор:
Читайте нас