+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2021, 12:30

«Аҡбуҙат» журналының МАХСУС сығарылышы донъя күрҙе -

-

Өфөлә Мәскәү ҡалаһында йәшәгән башҡорт балалары өсөн «Аҡбуҙат» республика журналының махсус сығарылышы донъя күрҙе.

Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина әйтеүенсә, был һанда Башҡортостан, уның тарихы, тәбиғәте һәм мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт бар. Шәжәрә темаһына арналған материалда башҡорт халҡының традициялары, ете ырыуы хаҡында бәйән ителә.

Журналды Мәскәүҙә йәшәгән балаларҙың һүрәттәре, ҡыҫҡа хикәйәләре биҙәй. Бер бит башҡорт теле дәрестәренә бағышланған, бында Ләйсән Әхмәҙуллина туған тел серҙәрен өйрәтә. Баш ҡалала йәшәп ижад иткән Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков тураһында материал, Петр Ершовтың башҡортсаға тәржемәләнгән «Конек-горбунок» әкиәте, һис шикһеҙ, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр.

Был һанда рус телендә лә материалдар табырға мөмкин. «Ай һәм Зөһрә ҡыҙ» башҡорт халыҡ әкиәте, балалар шағирәһе Миңлегөл Тайсинаның шиғырҙары ике телдә баҫылған.

Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә тормошҡа ашырылған.

 

https://www.bashinform.ru/news/1654162-izdan-spetsvypusk-zhurnala-akbuzat-dlya-detey-bashkirskoy-natsionalnosti-moskvy/

«Аҡбуҙат» журналының МАХСУС сығарылышы донъя күрҙе -
«Аҡбуҙат» журналының МАХСУС сығарылышы донъя күрҙе -
Автор:
Читайте нас: