Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә яңы байрам — Атайҙар көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсәйҙәр уны октябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләй, тиелә рәсми документта.
Быйыл байрам 17 октябргә тура килә.
Әйткәндәй, байрамды булдырыу идеяһын Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим итте. Элекке балалар омбудсмены Анна Кузнецова ғаилә институтын нығытыу өсөн ошо башланғыс менән сығыш яһағайны.
https://www.bashinform.ru/news/1653741-v-rossii-uchredili-novyy-prazdnik-den-ottsa/