Силәбе өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә. Кисә Силәбе ҡалаһындағы Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың мәғариф министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре Силбәе өлкәһенең йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, әүҙемселәре, Силәбе ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән осрашты. Сара «түңәрәк өҫтәл» форматында ойошторолғайны. Унда Халыҡ берҙәмлеге үҙәге директоры Сергей Бредихин; Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшек идаралығы начальнигы Вячеслав Борисов; Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф эштәре буйынса комитеты начальнигы Татьяна Мельникова ла ҡатнашты. Һүҙ мәғариф тамағында ике өлкә араһындағы хеҙмәттәшлек, балаларҙың туған башҡорт телендә уҡыу, туған телен өйрәнеү хоҡуғын томошҡа ашырыу хаҡында барҙы.
Эшлекле һөйләшеүҙә йәмәғәтселәр башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште, кадрҙарға һәм уҡытыу-методик ҡулланмаларға бәйле проблеманың киҫкенлеген билдәләне. Шуай уҡ, Силбәе өлкәһендәге балаларҙың йәйге ялын Башҡортостандағы профилле лагерҙарҙә ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде. Әлеге ваҡытта был йүнәлеш буйынса хәл түбәндәгесә: Силәбенең 6-сы, 8-се, 24-се мәктәптәрендә 149 бала башҡорт телен өйрәнә башлаған. Унан тыш 131-се, 54-се мәғариф учреждениеларында ла уҡытыу ойошторолған. 2020-2021 уҡыу йылында Силәбе өлкәһендәге 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 839 тәрбиәләнеүсе менән башҡорт телен өйрәнә башлағандар. Дәрестән һуңғы эшмәкәрлек сиктәрендә башҡорт телен алты белем учреждениеһында 201 бала, өҫтәмә белем биреү учреждениеһында 135 бала өйрәнә. Унан тыш башҡорт теле йәмәғәтселек башланғысы менән Силәбе ҡалаһының Халыҡ берҙәмлеге үҙәгендә лә йәкшәмбе мәктәбе форматында тормошҡа ашырыла. Силәбеләр Башҡортостан Республикаһы вәкилдәрен уҡытыу-методик ҡулланмалар, уҡыу әсбаптары, китаптар менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Сарала тағы бер мөһим мәсьәлә күтәрелде. Силәбе йәмәғәтселәре Салауат Юлаевҡа һәйкәл асырға ниәтләй. Был турала Силәбе өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Рауил Асатуллин һөйләне. Әйтеүенсә, улар был тәҡдим менән өлкә губернаторына мөрәжәғәт иткән һәм һәйкәлдең ҡалаға ингән урында, Салауат Юлаев урамында ҡуйылыуын теләй. Рауил Асатуллин Силәбе өлкәһендәге билдәле башҡорт шәхестәренең исемен тергеҙеү менән шөғөлләнәсәк яңы ойошма хаҡында ла һөйләп үтте.
«Был йәмғиәт башҡорт кенәздәре, дворяндары тураһында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә. Силәбе өлкәһе биләмәһендә башҡорт тархандары күп булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта урындағы башҡорттар ҙа үҙ тарихын насар белә. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен йәнләндерергә кәрәк, тарихсылар етешмәй», — ти Силәбе өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Рауил Асатуллин.
Шундай билдәле башҡорт тархандарының береһе Таймаҫ Шәһимов булған. Силәбе башҡорттары ҡаланың бер урамына уның исемен ҡушырға тәҡдим итә. Был турала «Башҡорттар ҡоролтайы» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосопов белдерҙе.
«Таймаҫ Шәһимов — исемен мәңгеләштереүгә лайыҡ шәхес, нәҡ уны Силәбе ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип атай алабыҙ. Сөнки ул Силәбе ҡәлғәһен төҙөүгә үҙ ерҙәрен биргән. Яҡын арала ҡала хакимиәте менән берлектә бер объектҡа уның исемен биреү тураһында һорауҙы ҡарарбыҙ. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы янындағы яр буйы урамы Таймаҫ Шәһимов исемен йөрөтһә, бик һәйбәт булыр ине, сөнки тап ошо урында уның йорто торған, ошо ерҙә уның ата-бабалары ерләнгән. Ул ғүмере буйы Рәсәйгә лайыҡлы хеҙмәт иткән һәм, шул уҡ ваҡытта, башҡорт халҡы өсөн йөрәге янған», — ти «Башҡорттар ҡоролтайы» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосопов.
Башҡортостан делегацияһы, шулай уҡ, Силәбе ҡалаһында 1812 йылдағы Ватан һуғышында, 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктарына ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.