+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2021, 09:58

⚡6 ОКТЯБРЬ- БЕҘ ӨФӨЛӘ⚡

"АБАУ, ДИМСЕ КИЛӘ!” - 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Сәрүәр Суринаның әҫәре буйынса "АБАУ, ДИМСЕ КИЛӘ!” спектаклен тәҡдим итәсәк.

Спектаклдең режиссеры - Зиннур Сөләймәнов, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова, рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов һәм композиторы Илсаф Вәдүтов.

Комедияның төп геройы – димсе Әминә үҙенең матурлығын, ҡатын-ҡыҙ аҡылын һәм тормош һөйөүсәнлеген юғалтмаған. Ул тол ҡалған бай ир Рифкә кейәү эҙләй. Йорт хужаһының ҡыҙҙары, кейәүҙәр һәм бөтә геройҙар өсөн дә мөхәббәт ауылына әйләнгән ауылдың халҡы ла мауыҡтырғыс ваҡиғалар өйөрмәһендә ҡала. Иң мөһиме – мөмкинлегеңде ҡулдан ысҡындырмау һәм мажараларға, хис-тойғоларға ҡаршы аҙымды ваҡытында яһау.

Ҡуйылған әҫәр музыкаль комедия һаналһа ла, унда заманыбыҙҙың иң көнүҙәк проблемалары сағылдырыла. Режиссерҙың таланты шунда ла: ул тамашасыға тормошобоҙҙағы һәр кемде борсоған проблемаларҙы күрһәтеп кенә ҡалмай, ә ауыр хәлдән сығыу юлдары булыуын да иҫкәртә.

Спектаклдә бөтә труппа ҡатнаша, улар йәнен-тәнен биреп ихлас уйнайҙар. Күрмәй ҡалмағыҙ! 🤗

📌Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.

🎭Спектакль киске сәғәт етелә М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уйналасаҡ!

👉🏻БИЛЕТТАР ТЕАТР КАССАҺЫНДА ҺАТЫУҘА ☎8 (347) 272-35-33, 8-996-580-5320.

👉🏻ЭЛЕКТРОН БИЛЕТТАР https://iframeab-pre3960.intickets.ru/seance/11957765

✅Пушкин картаһы буйынса ла килергә мөмкин!

Рәхим итегеҙ!

⚡6 ОКТЯБРЬ- БЕҘ ӨФӨЛӘ⚡
⚡6 ОКТЯБРЬ- БЕҘ ӨФӨЛӘ⚡
Автор:
Читайте нас: