+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2021, 11:00

“Юлдаш”тар “Орлан” менән Ырымбурға йүнәлә

.

“Юлдаш”тар “Орлан” менән Ырымбурға йүнәлә
“Юлдаш”тар “Орлан” менән Ырымбурға йүнәлә

     27 сентябрь республика өсөн мөһим булған ваҡиға - “Өфө-Ырымбур” тимер юл маршруты асыла. Башҡалабыҙ Өфөнән Ырымбурға тиҙ йөрөшлө “Орлан” поезы ебәрелә. Ул Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалалары аша үтә. Тәүге рейс менән "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре, "Теге өсәү" проекты егеттәре юлға сыға. Улар радиотыңлаусыларҙы тиҙ йөрөшлө поезд үҙенсәлектәре менән таныштыра барып, йыр-моң, уйын-көлкө, йор һүҙгә бай сәйәхәт ойоштормаҡсы. 28 сентябрь иртәнге “Теге өсәү” тапшырыуы тарихта тәүге тапҡыр күсмә студиянан эфирға сыға.

     Быйыл Ырымбурҙағы архитектура ынйыһы булған Ҡарауанһарайға 175 йыл. Ошоға бәйле коллектив тарихи-мәҙәни ҡомартҡыға экскурсияға ла барып өлгөрөргә ниәтләнә.

     “Юлдаш” радиоһының Ырымбур өлкәһендә милләтәштәребеҙ күпләп йәшәгән Ҡыҙыл Гвардия районындағы Ҡыуандыҡ һәм Плешаново ауылдарында радиотапшырғыстары бар, шуға ла тыңлаусылары был өлкәлә күп. Улар менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыу теләге ҙур булһа ла, әлеге пандемия шарттарына бәйле, был ниәтте киләсәккә ҡалдырып торорға тура килә. Шуға ла “Орлан” менән ойошторолған сәфәребеҙҙе интернет киңлектәрендә, онлайн һәм күсмә студиянан тулы яҡтыртырға тырышасаҡбыҙ, - ти радионың баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева. - Был акция тыңлаусыларыбыҙ һәм коллектив өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, берләштерер һәм күтәренке кәйеф, өмөттәр өҫтәр тип ышанабыҙ. Сәфәрҙе ойошторорға ярҙам итеүсе “Рәсәй тимер юлдары” компанияһы етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. “Орлан” поезының ике төбәк араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға өлөшө ҙур булыр, тип ышанабыҙ».

     “Юлдаш” радиоһы коллективы менән “Башҡортостан” юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре ла бара. Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше һәм ойошторолған акция менән зәңгәр экрандар аша ла танышырға мөмкин буласаҡ.

Автор:
Читайте нас