Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҡатнашлығында брифинг үтте.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина брифингтың төп маҡсаты, төп темаһын билдәләп бына нимә тине:
- 27 сентябрҙән мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында сикләүҙәр иғлан ителәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тажлы вирус менән ауырығандар һаны кәмемәй. Шуға күрә сикләүҙәрҙе тормошҡа ашырыу - ул заман талабы, беҙҙең өсөн был яңы, кемдер уйлап тапҡан сара түгел. Июнь айында ла булды бындай сикләүҙәр. Нимәнән ғибарәт һуң был сикләү саралары? Концерттарға, спектаклдәргә килгән тамашасының ҡулында вакцина эшләтелгән тигән сертификаты, QR коды, йә һуңғы 6 ай эсендә COVID-19 менән ауырыған тигән, йә медицина ойошмаһынан короновирусҡа ҡаршы вакцина эшләтергә ярамай (медотвод) тигән справкаһы булырға тейеш. Шулай уҡ битлек кейеү, тәндең температураһын үлсәү, социаль дистанция кеүек талаптар ҡала, әлбиттә. Был һаҡланыу сараларын республика халҡы аңлап, социаль яуаплылыҡ тойоп, ҡабул итер, тип ышанабыҙ. Тағы ла шуны иҫегеҙгә төшөрөп үтер инем - COVID-19-ҡа ҡаршы прививка эшләткәндәр был ауырыуҙы еңелерәк үткәрә.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының директоры Әлмөхәмәтов Ильмар Разин улы ла тамашасының һаулығы мөһим урын биләгәнен әйтеп үтте.
- Беҙҙең театр миҙгелде августа уҡ асты. Репертуарҙы байытыу, спектаклдәр, премьералар әҙерләү менән бер рәттән тамашасы һаулығын да ҡайғыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ, - тине ул. – Тажлы вирус ауырыуынан бер генә һаҡланыу сараһы – вакцинация, тип уйлайым. Коллективта был күрһәткес юғары. Театрыбыҙҙа саф һауа биреү системаһы эшләй, ультрафиолет лампалары ҡуйылған, 3 сәғәт һайын дезинфекция үткәрәбеҙ. Ғөмүмән алғанда, тамашасы беҙҙең театрға килеп, ниндәйҙер проблемаларын онотоп ял итһен өсөн, бөтәһен лә эшләйбеҙ. Спектаклдәребеҙҙә, премьераларыбыҙҙа яратҡан тамашасыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ.
Наталья Михайловна Лапшина әйтеүенсә, республикала мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтары эшләйәсәк, баш ҡалабыҙ Өфө, һәр ваҡыттағыса, мәҙәни-ағартыу үҙәге булып ҡаласаҡ.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Өфө дәүләт татар “Нур” театры, Рус драма театрының етәкселәре, вәкилдәре яңы миҙгелгә әҙерлектәрен белдереп, тамашасыларының һаулығын ҡайғыртыуҙы ла мөһим эш итеп ҡабул итеүҙәрен әйттеләр.
Рената Юлыбаева