+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2021, 08:03

Бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.

.

Бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.
Бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк.

           «Айыҡ ауыл» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

     Ул 30 сентябргә тиклем дауам итеп, 1 октябрҙән бәйгенең муниципаль этабы старт ала. Сарала ҡатнашырға дәғүә итеүселәр эскелек менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш.

     Ойоштороу комитеты ултырышында билдәләнеүенсә, бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итәсәк. Был суммаға дүрт номинацияла еңеү яулаған 12 ауыл лайыҡ буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылды.

     Әйткәндәй, конкурс ҡағиҙәләренә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелгән, атап үткәндә, бәйге барышында муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тә хуплана. 2020 йылда бындай тәжрибәне Баймаҡ һәм Белорет райондары уңышлы ҡулланған.

           Илдар Байбулатов

Автор:
Читайте нас: