Республиканың 9 ҡалаһы һәм районында “Рәхмәт” тигән акция ойошторола. 17, 18 һәм 19 сентябрҙә һайлау участкаһына килеүселәргә махсус беләҙек тапшырыла. Уның буйынса магазин, бөҙрәхана, фитнес-үҙәк, ателье, кафеларҙа ташлама була, ә театр, музейҙарға бушлай барырға мөмкин. Акция Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө һәм Сибайҙа үтә. Сарала ҡатнашҡан ойошмалар исемлеге менән рахмат102.рф сайтында танышырға була.
https://bash.news/bash