Кисә, 16 сентябрҙә, Мырҙаш ауылында башҡорт полкы командиры, районыбыҙҙың билдәле шәхестәренең береһе Ҡаһым түрәгә бағышланған музей асылды. Был хаҡта Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
Музейҙы асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡта – Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, БР Милли музейы директоры Альбина Ярмуллина, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар советы рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, БР Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Файзрахман Исмәғилев, кинорежиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әмир Тойғонов ҡатнашты.
#ҡоролтай #курултай #ГодБашкирскойИстории #БашҡортТарихыЙылы