-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 17:00

"АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР"

Өфөлә - Санкт-Петербург ҡунаҡтары

"АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР"
"АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР"

     Өфөлә «Ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә  Санкт-Петербургтың А.А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театрының гастролдәре башланды. Ҡунаҡтар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә үҙенең спектаклдәрен тәҡдим итә. 

     «Башинформ» агентлығында ошо сара айҡанлы йәнле һөйләшеү булып үтте. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры етәкселеге Санкт-Петербургтан килгән ҡунаҡтар, журналистар менән осрашты. А.А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театрының актерҙары буласаҡ спектаклдәр хаҡында һөйләнеләр, баш ҡалабыҙҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр. 

    Тамашасыға ошондай программа тәҡдим ителә: 

    15 СЕНТЯБРЬ, 19.00 СӘҒ.  - "Бедная Лиза"

    16 СЕНТЯБРЯ, 11.00 СӘҒ. 13.30 СӘҒ  - «Сказка о потерянном времени»

    17 СЕНТЯБРЬ, 19.00 СӘҒ.  - "Маленькие трагедии"

    18 СЕНТЯБРЬ, 12.00 СӘҒ.  -  "Плыл кораблик белопарусный"

    18 СЕНТЯБРЬ, 18.00 СӘҒ. -  "Зимняя сказка"

     Ошо уҡ программаға ярашлы, 22-25 сентябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Санкт-Петербург ҡалаһына юллана. А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театры сәхнәһендә өфөләр биш спектакль ҡуйырға ниәтләй. Улар араһында Б.Вахтин әҫәре буйынса ҡуйылған «Синяя-синяя речка», А. Приставкиндың «Ночевала тучка золотая», А Линдгрен буйынса «Пеппи Длинный чулок» спектаклдәре бар», - тип хәбәр итте Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге.

 

 

Автор:
Читайте нас