+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 13:55

АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР

.

АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР
АЛМАШ ГАСТРОЛДӘР

     Иртәгә, 15 сентябрь Санкт-Петербургтың А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театрының Өфөлә гастролдәре башлана. Улар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә 18 сентябргә тиклем балалар һәр өлкәндәр өсөн спектаклдәрен тәҡдим итә. Был сара «Ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
     Ошо уҡ программаға ярашлы, 22-25 сентябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Санкт-Петербург ҡалаһына юллана. А.Брянцев исемендәге Йәш тамашасылар театры сәхнәһендә өфөләр биш спектакль ҡуйырға ниәтләй. Улар араһында Б.Вахтин әҫәре буйынса ҡуйылған «Синяя-синяя речка», А. Приставкиндың «Ночевала тучка золотая», А Линдгрен буйынса «Пеппи Длинный чулок» спектаклдәре бар», - тип хәбәр итте Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге.

     Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

Автор:
Читайте нас: