+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2021, 17:00

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" исемле фильмы тиҙҙән киң прокатҡа сыға.

Күрмәй ҡалмағыҙ!

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" исемле фильмы тиҙҙән киң прокатҡа сыға.
Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" исемле фильмы тиҙҙән киң прокатҡа сыға.

     Комедия ябай ғына, күп балалы Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында.

     Улар ҙур бурысҡа батҡан, приставтар ғаиләнең бар мөлкәтен тартып алмаҡсы. Рәхмәтуллиндар «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү барыһынан да ҡотолорға ярҙам итер, тип өмөтләнә. Ысынлап та шулай булырмы? Уныһын фильмда күрербеҙ.

     “Кредит һәм бурыстар менән улар бер-береһен яратыуҙарын да онота. Беҙҙең кино аҡсаның тормошта мөһим булмауы тураһында. Сөнки аҡса артынан йүгереп, ғаиләбеҙ, яҡындарыбыҙ тураһында онотмабыҙ”,--ти  режиссер һәм продюсер Айнур Асҡаров. 

     Кинофильм Әбйәлил һәм Белорит райондарында төшөрөлгән. 

     Фильм киң прокатҡа 23 сентябрҙә сыға. 

Автор:
Читайте нас: