Уға 71 йәш ине. Билдәле композитор, профессор Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов башҡорт композиторҙары мәктәбенең сағыу йондоҙо булды. Уның тормошо һәм ижады башҡорт халҡының музыка сәнғәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә әйтеп бөтөргөһөҙ тығыҙ бәйләнештә ине. Күренекле композиторҙың бала сағы Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында үтә, мәрхүмде 7 сентябрҙә тыуған ауылында ерләйҙәр. Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.