+13 °С
Облачно
Новости
2 Сентября 2021, 04:49

Беҙҙең театр беренсе тапҡыр ошондай мөһим сарала ҡатнашасаҡ -

-

"Л.Н. Толстой мираҫы" Халыҡ-ара фонды быйыл "Толстой" V Халыҡ-ара театр фестивален уҙғара. Был сара Тула өлкәһенең "Ясная поляна" усадьбаһында үтә. Программала йыл һайын 20-нән ашыу театр ваҡиғалары тәҡдим ителә: спектаклдәр, читкалар, актерҙар һәм режиссерҙар менән осрашыуҙар һ.б. Проект Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Башҡорт академия драма театры беренсе тапҡыр ошондай мөһим сарала ҡатнашасаҡ.
Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың исеме беҙҙең республиканың да тарихына "алтын хәрефтәр" менән яҙылған. Ул Башҡортостанға килеп бер нисә тапҡыр ҡымыҙ менән дауаланған. Таналыҡ йылғаһы буйында үҙ утары ла булған. Башҡорт далаларын, халҡын яратҡан, уларға ярҙам иткән. Башҡортостанды "Рәсәйҙең иң бай ерҙәренең береһе" тип атаған. Был ерҙәрҙә тыуған уй-кисерештәрен "Ильяс" һәм "Много ли человеку земли нужно?" әҫәрҙәрендә сағылдырған.
5 сентябрь 18:00 сәғәттә "Толстой о людях. Люди о Толстом" (Я.Пулинович, С.Баженова) исемле яңы пьесаның читкаһы (рус телендә) үткәреләсәк. Режиссеры Алмас Әмиров. Рәссам — Альберт Нестеров. Музыкаль яҡтан биҙәлеш — Урал Иҙелбаев. Режиссерҙың әҙәбиәт буйынса ярҙамсыһы — Азалия Балгазина.
Актерҙар: Гөлнара Әмирова, Азат Вәлитов, Илгизә Ғилманова, Гөлмира Исмәғилева, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Милена Сираева, Руслан Хайсаров, Гөлназ Хайсарова, Айһылыу Йомағолова.
Фестиваль хаҡында тулыраҡ: http://tolstoyfestival.ru/
Инеү ирекле. Рәхим итегеҙ!

Беҙҙең театр беренсе тапҡыр ошондай мөһим сарала ҡатнашасаҡ -
Беҙҙең театр беренсе тапҡыр ошондай мөһим сарала ҡатнашасаҡ -
Автор:
Читайте нас