+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
31 Августа 2021, 05:28

Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов 102-се ижад миҙгеленең премьералары хаҡында һөйләне

Яңы миҙгелдә Башҡорт драма театрында актер юлын башлаясаҡ егет-ҡыҙҙар тураһында -

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры  102-се ижад миҙгеленә әҙерләнә башланы. Театрҙа йәйге ялдан һуң труппаның йыйылышы булды.

Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов яңы миҙгелдең премьералары тураһында һөйләне.

Отпуск алдынан уҡ театр татар яҙыусыһы Зифа Ҡадированың әҫәрен уҡыуҙы ойошторғайны. Тағы бер нисәһе менән танышып сыҡҡандан һуң сәхнәләштереү өсөн пьеса һайлап алына. Шулай уҡ билдәле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы өҫтөндә эш дауам итә.

Александр Островскийҙың «Шаяндар» пьесаһын сәхнәләштереүгә әҙерлек бара. Пьеса башҡортсаға тәржемәләнгән.

Фирғәт Ғарипов балалар өсөн «Серле гиппопотам» спектакле өҫтөндә эшләй.

Олег Ханов Алексей Дударевтың «Кис» әҫәре өҫтөндә эш башлай, спектакль Кесе зал өсөн планлаштырыла.

Яңы миҙгелдә М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған Айнур Ғәбитов, Илүзә Итекәева, Сабина Кирәева, Лилиә Сәғитова, Таң Хөсәйенов, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлап сыҡҡан Айым Сөләймәнова, Гүзәл Хәсәнова Башҡорт драма театрында актер юлын башлай.

Бынан тыш, көҙ көнө Өфөлә Ырымбур, Татарстан һәм Ҡырым республикалары театрҙарының гастролдәре көтөлә.

 

https://www.bashinform.ru/news/1635560-glavnyy-rezhisser-bashdramy-ayrat-abushakhmanov-rasskazal-o-predstoyashchikh-premerakh-102-sezona/

Ләйлә Аралбаева
Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов 102-се ижад миҙгеленең премьералары хаҡында һөйләне
Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов 102-се ижад миҙгеленең премьералары хаҡында һөйләне
Автор:
Читайте нас