Беҙҙең республика илдәге “Пушкин картаһы” программаһына ҡушыла. 1 сентябрҙән йәштәр ғаилә бюджетына ауырлыҡ килтермәй, мәҙәни сараларға йөрөй аласаҡ. Был картаны 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге граждандар "Госуслуги" порталы аша аласаҡ.
– Йәштәргә ҙур булмаһа ла аҡса биреп, уларҙы мәҙәни яҡтан байыҡтырырға теләйбеҙ. Карта менән быйыл һәм киләһе йылда сентябрь-декабрь айҙарында файҙаланырға мөмкин буласаҡ, унда өс мең һум аҡса һалынасаҡ, – тине Владимир Путин.
Сентябрь - декабрь айҙарында йәштәр карта менән мәҙәниәт үҙәктәре, музейҙар, күргәҙмәләргә бара аласаҡ. Киләһе йыл картаға 5 мең һалынасаҡ.
"Пушкин картаһы" программаһына Рәсәйҙең музей-театрҙары, концерт залдары, филармониялары һәм китапханалары, шулай уҡ шәхси мәҙәни учреждениелары ла ҡушыла.