+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2021, 08:26

ТАМЫРҘАР ОНОТОЛМАЙ

.

ТАМЫРҘАР ОНОТОЛМАЙ
ТАМЫРҘАР ОНОТОЛМАЙ

     24 - 25 августа Свердловск өлкәһендә “Ата-бабалар ораны" төбәк-ара фестивале буласаҡ. Саралар Әртә ҡасабаһы, Красноуфимск ҡалаһы, Приданников һәм Араҡай ауылдарында уҙасаҡ. 

     "Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ошо проектҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Свердловск өлкәһе менән Башҡортостанды эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәр генә түгел, дуҫтарса мөнәсәбәттәр ҙә бәйләй. Беҙҙең төбәктә 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Башҡорт халҡының туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау буйынса эш ҙур әһәмиәткә эйә. Сараны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге өсөн Красноуфимск, Түбәнге Һырға һәм Әртә райондары хакимиәттәре башлыҡтарына ла рәхмәт еткерәм – фестиваль тап ошо райондарҙа уҙа, улар әҙерлек эштәренә әүҙем ҡушылды. Оҫталыҡ дәрестәре, башҡорттар тарихы буйынса лекциялар, ижади сығыштар -  былар барыһы ла эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып үткәреләсәк", - тине Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов.

Автор:
Читайте нас: