+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2021, 12:24

Юғалған башҡорт ауылдарының тарихын тергеҙәйек -

-

Шишмә районында тыуған яҡты өйрәнеүселәр түңәрәк өҫтәлдә фекер алышты. Сарала педагогтар, китапханасылар, Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдә Дим йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт ауылдарының тарихы һәм топонимикаһы, Шишмә районындағы меңлеләр шәжәрәләре, һөйләш үҙенсәлектәре тураһында һүҙ барҙы.
Лена Булатова Иҫке Ябалаҡлы һәм Яңы Ябалаҡлы ауылдарының килеп сығышы менән таныштырҙы. Тыуған яҡты өйрәнеүсе ошо башҡорт ауылдарының тарихи хәтерен тергеҙә.
«Архив материалдары менән дә эшләйем, ауыл халҡы, ололар менән әңгәмәләрҙә лә күп мәғлүмәт асыҡлана. Яңыраҡ танышым менән һөйләшеп торғанда, ҡыҙыҡ фактҡа юлыҡтым. Нуриман районы Бикмырҙа ауылында Ябалаҡ урамы бар икән. Шуныһы асыҡланды- 1859 йылда Ябалаҡлы ауылынан шул яҡтарға 8 ғаилә күсерелгән. Ирҙәре –башҡорт хәрбиҙәре булған»,- ти тыуған яҡты өйрәнеүсе Лена Булатова.
Үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Светлана Жилина юғалған ауылдар тарихын өйрәнеүҙәге тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Яҡын киләсәктә ул юғалған башҡорт ауылдары буйынса эш башларға ниәтләй.

«Аҡҡош, Алаҡай, Боланҡасҡан, Игенйылға, Ҡаранйылға… Минең исемлектә 12 башҡорт ауылы. Юғалған ауылдарҙы аныҡлау, теүәлләү буйынса ҙур эш тора. Беҙ тарихи хәтерҙе тергеҙергә тейеш. Юғалған ауылдар- тәү сиратта, кеше яҙмыштары, мәҙәниәте, йолалары тураһында хәтеребеҙ. Беҙ уны киләсәк быуындарға тапшырырға тейеш»,- ти Светлана Жилина.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар артабан да бөтә башҡорт ауылдарының тарихын һәм үҫешен ныҡлап өйрәнергә ниәтләй. Бының өсөн урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе һәм йәмәғәт ойошмаларын берләштерергә кәрәк тигән фекер яңғыраны.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_39617

Юғалған башҡорт ауылдарының тарихын тергеҙәйек -
Юғалған башҡорт ауылдарының тарихын тергеҙәйек -
Автор:
Читайте нас: