+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2021, 09:50

Күгәрсендә Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә

Күгәрсен районында арҙаҡлы яҡташтары тураһында фильм төшөрәләр.Быйыл билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тула. Тарихи фильм төшөрөүгә күгәрсендәр район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова етәкселегендә апрелдә тотонған. Тулыраҡ сайтта -

Фәймә Аҡъюлова-сценарий авторы ла. Оператор - Әсҡәт Әлимғолов.

Сценарий нигеҙендә яҙыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе Роман Алферовтың Шәһит Хоҙайбирҙинға арналған романы. Кинокартинаның актерҙары – Хоҙайбирҙин ауылы кешеләре. Төп ролде Айнур Байғазин башҡара.

«Профессионалдар юҡ, ситтән бер кемде лә саҡырманыҡ. Бөтә ролдәрҙә –ауыл халҡы. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа- ысын артистар, тиерһең. Фильм төшөрөүҙә бөтәһе лә ихлас ҡатнаша. Кемдер өйөн бирә, кемдер реквизиттар менән ярҙам итә. Яҙын башлаған эште сентябрҙә тамамаларға ниәт итәбеҙ. Төшөрөп бөткәс тә, монтажға ултырабыҙ. Был - «Күгәрсен-ТВ» телестудияһы менән бергә ижад иткән 8-се фильм. Октябрь баштарына фильм сығыр, тип уйлайым»,- ти режиссер Фәймә Аҡъюлова.

Режиссер күҙаллауынса, фильм октябрь баштарына, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөнә ҡарата әҙер булырға тейеш. Билдәле дәүләт эшмәкәре 9 октябрь донъяға килгән.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_39619

Күгәрсендә Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә
Күгәрсендә Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында фильм төшөрөлә
Автор:
Читайте нас: