+27 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2021, 15:42

ТЕАТРҘА ЭШ ГӨРЛӘЙ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында һәр ваҡыттағыса йәнлелек хөкөм һөрә. Актерҙар йәйге ялдан сығып та өлгөрмәне, ең һыҙғанып буласаҡ премьераларға әҙерләнә башланы -

Алдан хәбәр ителеүенсә, рус труппаһы тиҙҙән, 28 августа А.С.Пушкин әҫәре буйынса “Капитанская дочка” спектакле премьераһын тәҡдим итмәксе. Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Искәндәр Сакаев.
Башҡорт труппаһы иһә, инглиз драматургы Нил Саймон пьесаһы буйынса “Яҙмышымдың икенсе бүлеге” спектакле өҫтөндә эшләй. Уның премьераһы 3, 4 сентябргә тәғәйенләнгән. Режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Төп ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушанна Бабич, Гөлшат Ғайсина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов һәм актер Салауат Юлдашбаев. Күмәк сәхнәлә – театр актерҙары, – тип хәбәр итте театрҙың Әҙәбиәт бүлеге.

ТЕАТРҘА ЭШ ГӨРЛӘЙ
ТЕАТРҘА ЭШ ГӨРЛӘЙ
Автор:
Читайте нас: