+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2021, 13:00

Ҡарбуз һайлай беләһегеҙме?

Ҡарбуздың күпләп һатыуға сыҡҡан мәле. Тик ҡайһы саҡ, ул йә өлгөрмәгән, йә иһә татһыҙ булып сыға. Һутлы ҡарбузды һайларға ярҙам итәсәк бер нисә кәңәш бирәйек әле -

Ҡарбуз һайлай беләһегеҙме?
Ҡарбуз һайлай беләһегеҙме?

– Ҡарбузды баҙарҙан (бигерәк тә ерҙә яткандарын), юл ситтәренән алмағыҙ, ундағы емештәр ҡанәғәтләндерерлек шарттарҙа һаҡланмай.

– Кибеттән алған осраҡта ла, бөтөн ҡарбузды ғына һайлағыҙ. Ҡарбуз кибеттә киҫәкләп ятҡанда, уға бактериялар эләгә һәм уны киҫкән кешенең гигиена ҡағиҙәләренә теүәл башҡарған тигән гарантия юҡ.

– Ҡарбуздың ҡабығы ялтырап торорға, ярылған урындары булмаҫҡа тейеш.

– Ҡарбузды шаҡып ҡарағанда, ул яңғырап торорға тейеш, әгәр тауыш тоноҡ булып сыға икән, ундай ҡарбузды алмағыҙ, ул йә өлгөрмәгән, йә боҙола башлаған.

– Һары табы 5-10 сантиметрҙан да ҙурыраҡ булмаһа яҡшы, сөнки был осраҡта ҡарбуз күпмелер ваҡыт ҡояшһыҙ урында өлгөргән була.

– Емеште ҡыҫып ҡарағанда сатнау тауышы сыҡһа, был яҡшы ҡарбуз (ҡыҫҡанда тик саманы белеп ҡыҫығыҙ).

– Иң “дөрөҫ”, ысын ҡарбуздар һатыуҙа август уртаһында ғына барлыҡҡа килә.

Автор:
Читайте нас: