19 августа Ғафури районының Имәндәш ауылында башҡорт балы байрамы уҙасаҡ. Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә. Уны Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойоштора.
Байрам барышында был проекттың мөһим саралары ла үтәсәк. Уларҙың береһе – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары туристары, шулай уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәр белгестәре ҡатнашлығында этнографик тур.
БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәр белгестәре милли аш-һыу күргәҙмәһен әҙерләйәсәк, шулай уҡ туристар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Байрам башҡортса киске уйын менән тамамлана.
https://kulturarb.ru/ba/news/bash%D2%A1ortostanda-respublika-bash%D2%A1ort-baly-bajramy-u%D2%99asa%D2%A1