Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, хрестоматиялар һәм ғилми-методик эштәр авторы, фольклорсы-йыйыусы, тикшеренеүсе. Айырым яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең, төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәр йыйынтыҡтарының төҙөүсеһе, ғилми мөхәррире булып тора.
Ғалимдың ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов менән хушлашыу иртәгә сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Степан Злобин урамы, 42-се йорт адресы буйынса була. Уны тыуған ауылында ерләйҙәр.