+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 09:27

“Ҡош юлы. Балалар"

Өфөлә йәш гитарасылар бәйгеһенең финалы уҙҙы

“Ҡош юлы. Балалар" конкурсы “Тамыр” балалар телеканалы һәм “Ҡош юлы” хәрәкәте йәштәре менән берлектә 4-се тапҡыр ойошторола. Был проектта 5 остаз үҙенә 2-шәр ҡошсоҡ алып уларҙың гитарала уйнау, йырлау һәләтен арттырҙы. Финалда 10 бала үҙ ара көс һынашты. Төп призға Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Нәркәс Баймырҙина лайыҡ булды.
Финал концерты Өфөнөң Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында үтте.
Бәйге талаптары буйынса ҡатнашыусылар мотлаҡ рәүештә гитарала уйнай белергә тейеш ине, вокал, актерлыҡ һәләттәренә лә айырыуса иғтибар бүленде. Күләмле проект башҡорт телен һәм бард мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Проектта ҡатнашыусылар ярты йыл дауамында остаздарҙан – Башҡортостан бард мәҙәниәтенең билдәле вәкилдәренән дәрестәр алған. Финалды имтихан менән сағыштырырға мөмкин, үҫмерҙәр оло сәхнәгә сығып, жюри ағзалары алдында үҙҙәре ижад иткән йырҙарын башҡарҙы. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Читайте нас: