+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 23:36

НИМӘ УЛ МЕТАГРАММА?

Кем күберәк миҫал килтерә ала?

Метаграмма – йомаҡтың бер төрө. Унда йомаҡ итеп бирелгән һүҙ, бер хәрефен үҙгәртеү менән, икенсе һүҙгә әйләнә.
Бер өлөшө бик татлы,
Икенсеһе – бер йәнлек,
Бергә ҡушһаң: һуғылған,
Түргә йәйеп ҡуйылған.
Бер ҡайҙа ла һыуы юҡ,
Унда иң эҫе көндәр.
“С”ны “к”ға әйләндерһәң,
Балыҡтар унда йөҙәр.
Ат аяғына ҡуйһалар,
Атҡа ярҙам итәмен,
“А”ны һин “у”ға алмаштыр –
Ат өҫтөндә китәмен.
Минең бөтә дүрт хәрефем
Төҫтө белгертеп тора.
Мине хайуан иткең килһә,
Шуға “ҡ” өҫтәп ҡара.
Аяҙ күктә балҡып торам,
Нур сәсеп тирә-яҡҡа,
Бер хәрефем алып ташла –
Осоп китәм шул яҡҡа.
Читайте нас: