+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 09:14

Башҡортостан журналистарына һөйөнөслө хәбәр!

-

Республикала Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында журналистар өсөн мультимедия медиа-мәктәбе булдырыла. Бындай теләк 2021 йылдың апрелендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы буйынса үткәрелгән «Медиайыйын» форумы барышында әйтелгән ине. Журналистар съезында ҡатнашҡан республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле йөкләмә бирҙе. Мәктәп Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә ойошторолдо. Килешеү республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының яңы компетенцияларын үҫтереүгә һәм федераль эксперттарҙы ла йәлеп итеп кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән.

Читайте нас: