-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2021, 16:10

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары прививка яһатты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле – республиканың гастролдәргә йыш сыҡҡан коллективы, бер йылда Рәсәйҙең 50-гә яҡын төбәгендә концерттар менән сығыш яһай. Ғәскәровсылар Фольклориадала бөтә донъянан ҡунаҡтарҙы һәм коллегаларын ҡабул итергә әҙерләнә -

«Һәр кем үҙ һаулығы өсөн үҙе яуаплы, ә бейеүселәр сәләмәтлеген нығыраҡ ҡайғыртырға тейеш. Көн һайын репетициялар, юғары йөкләмәләр, гастролдәргә йыш йөрөү шуны талап итә. Шуға күрә мин бөгөн, күпселек хеҙмәттәштәрем кеүек үк, прививка эшләттем. Алда беҙҙе йәнә Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәр көтә, шулай уҡ Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын көтәбеҙ», — тип ансамбль артисы Майя Фәрхетдинова.
Бөгөн ансамблдә Өфө поликлиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәре һәм табиптары 40 кешегә прививка яһаны.
«Беҙҙә эш графигы бик тығыҙ, яңыраҡ Рәсәй буйлап ҙур турҙан ҡайттыҡ, хәҙер Фольклориадаға әҙерләнәбеҙ. Ансамбль етәкселеге табиптар бригадаһын саҡырып, беҙгә был мәсьәләне еңеләйтте. Мин шунда уҡ прививка эшләтергә булдым», — тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: