23 июндә Өфөлә "Ижад" күргәҙмә залында "Войлокфест" республика асыҡ художество кейеҙ фестивален һәм конкурс күргәҙмәһен асыу тантанаһы була. Был фестиваль 23 июндән 17 июлгә тиклем уҙа һәм алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһына арнала.
"Войлокфест"тың ойоштороусыһы - Өфө ҡалаһының 2-се Балалар художество мәктәбе. Конкурс күргәҙмәһен һәм фестивалде үткәреү урыны - М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының "Ижад" күргәҙмә залы. Адресы: Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22.
Конкурс күргәҙмәһендә махсус художестволы йәки педагогик белемгә эйә авторҙар, ижади берекмәләр һәм ассоциациялар ағзалары, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамдары һәм уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары, халыҡ оҫталары һәм йәш авторҙар, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары студенттары ҡатнаша. Ҡатнашыусылар "Профессионал", "Халыҡ оҫтаһы", "Йәш рәссам" төркөмдәренә бүленгән.
Конкурс эштәре традицион, шулай уҡ заманса (ғәҙәти булмаған) кейеҙ техникаларында башҡарылырға тейеш ине. Тема ирекле булды. "Интерьер предметтары" (стенаға декоратив панно, түшәк, яҫтыҡ, келәм кеүек йорт эсен биҙәү әйберҙәре); "Кейем-һалым һәм аксессуарҙар" (баш кейемдәре, шарфтар, палантиндар, бәлтә, аяҡ кейеме, күлдәктәр, сумкалар, биҙәүестәр һәм башҡалар); "Арт-объекттар, ҡурсаҡ һәм уйынсыҡтар” номинациялар буйынса эштәр ҡабул ителде. Күргәҙмә еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 17 июлдә "Ижад" күргәҙмә залында үтәсәк.