+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2021, 12:00

«Ҙур сығарылыш»

26 июндә Өфөлә «Ҙур сығарылыш» ойошторола. Ҡайҙа, нисәлә -

Сара «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында киске сәғәт 6-ла башлана, тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.
Программала – «Өфө тулҡыны» музыка конкурсы еңеүселәре ҡатнашлығында байрам концерты, шулай уҡ мауыҡтырғыс уйындар һәм конкурстар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, әлегә сығарылыш кисәләрен уҙғармау тураһында ҡарарҙар юҡ. Ләкин кисәләрҙе ойошторғанда барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы – социаль арауыҡты һәм битлек режимын һаҡлау мотлаҡ.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәтттәре буйынса, быйыл республикала 18 651 уҡыусы ун беренсе класты тамамлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирус пандемияһына бәйле ҡайһы бер мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үткәрелмәне.
Читайте нас: