+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 08:53

Ҙур тарихлы бәләкәй генә ырыу

Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа.

Ҡаршындар тураһында шулай әйтергә була. Урта быуаттар аҙағына улар оло традициялы хәрби ырыу булараҡ билдәле. Ҡаршын - 49 башҡорт ырыуының береһе, башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай. XVIII—XIV быуаттарҙа ҡаршындар Ҡармасан йылғаһы буйҙарында төпләнә. Аҫаба ерҙәре- тарихи Башҡортостандың үҙәгендә. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбилә ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаршын улусын барлыҡҡа килтергән.
Әле ҡаршындар башлыса Кушнаренко, Өфө, Благовар райондарында йәшәй. Бөгөн ошо райондарҙан делегаттар ҙа Кушнаренкола. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар ҙа ҡатнашты. Йыйынға килеүселәрҙе район мәҙәниәт йортонда оҫталарҙың кул эштәренән күргәҙмә менән ҡаршыланылар. Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин сығышында башҡорт ырыуҙары йыйындарының әһәмиәтен билдәләп үтте.
«Ҡаршын ырыуы башҡорттары йыйынында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Кушнаренко районында тарихты, халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар. Ҡаршын ырыуы башҡорттарының йыйыны кеүек әһәмиәтле проекттар үткәнебеҙ һәм бөгөнгөбөҙ араһында рухи бәйләнеш булдырыуҙа ҙур ярҙам. Нәҡ йыйындарҙа нәҫелең, тыуған төйәгең, илең тарихы буйынса ентекле материал бирелә», — тине Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Якупов Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы проекттары менән таныштырҙы. Ғәлим Яҡупов шәжәрәләрҙең әһәмиәте тураһында бәйән итте һәм һәр кемде ата-бабаларының үткәне менән тәрәнерәк ҡыҙыҡһынырға саҡырҙы. Глобализация осоронда шәжәрәләрҙең әһәмиәте айырыуса арта. Беҙ сит илдәрҙән ингән шауҡымдан балаларыбыҙҙы тап тарихыбыҙ менән аралап ҡала алабыҙ, - тине Ғәлим Яҡупов. Тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин йыйында ҡатнашыусыларҙы башҡорт халҡы тарихының төп үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте. Ҡаршын ырыуы хаҡында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғлүмәттәр әлегә аҙ, ә тарихсыларға был йәһәттән өйрәнәһе мәғлүмәттәр бик күп. Әлеге ваҡытта ҡаршындарҙың тамырҙары тоташҡан, нәҫелдәре йәшәгән бер нисә ауыл бар, улар Кушнарен, Өфө, Благовар райондарында урынлашҡан. Шулай ҙа ҡаршындарҙың төп ерҙәре - ошонда. Уларҙы берләштереүсе төп ауыл тип Шәрип ауылын атай алабыҙ. Ул данлыҡлы башҡорт старшинаһы, заманына күрә алдынғы ҡарашлы, эшҡыуарлыҡ сифаттары менән дан алған, уңған, отҡор, етеш тормош ҡорған, ойоштороу һәләте менән айырылып торған Шәрип Мерәков исемен йөрөтә. Уның хатта Өфөлә ҙур йорт булған. Үҙ заманы өсөн ҙур ҡаҙаныштар, – тине Салауат Хәмиҙуллин. Ҡаршын ырыуынан бар донъяға билдәле шәхестәр сыҡҡан. Ин күренеклеләренең береһе — бейеүсе Рудольф Нуриев. Социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов бөгөн ҡаршындарҙы танылған бейеүсе, донъя балеты йондоҙо Рудольф Нуриевтың шәжәрәһенә ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәр менән таныштыры, бейеүсенең ғаилә архивындағы фотоларҙы күрһәтте.
Рудольфтың атаһы -Хәмиттең тамырҙары Википедияла яҙылғанса Әсәндән түгел, ә Кушнаренко районы Шәрип ауылынан, ти ул. Быны архив материалдары иҫбатлай. Хәмит Нуриев татар ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнгән, уларҙың өс ҡыҙҙары тыуған. Рудольф – көтөп алынған ир бала – дүртенсе булып донъяға килгән. Хәмит Нуриәхмәт улы хәрби кеше була, политрук. Улының йә табип, йә инженер булыуын теләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рудольфтың бейеү менән ҡыҙыҡһыныуын ҡабул итә алмаған, “бейеү – ирҙәр эше түгел”, тип ҡырт киҫкән. Рудольф Нуриев иҫтәлектәрендә лә атаһы менән уртаҡ тел таба алмауы тураһында телгә ала. Рудольф Нуриевтың мәшһүр бейеү стилен бығаса бер кем дә ҡабатлай алмай. Илгиз Солтанморатов фекеренсә, уның үҙенсәлекле бейеүендә башҡорт халҡына хас милли характер, темперамент, халҡыбыҙҙың рухи көсө, рухи тәрәнлеге сағыла. Данлыҡлы бейеүсе Хашим Мостаев та — Ҡаршын ырыуынан. Был ырыу вәкилдәре араһында — Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүге профессиональ археолог, Көньяҡ Уралдың сармат археологияһына нигеҙ һалыусы Мәхмүҙә Хисаметдинова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы Мөхәмәт Арыҫланов, биатлонсы, билдәле тренер Миңлеғәле Мөҙәрисов, медицина фәндәре докторы, Ставрополь мединституты профессоры Альберт Вафин, Советтар Союзы Геройы Салих Вәлиев һәм башҡорт халҡының башҡа арҙаҡлы шәхестәре. Ҡаршындар билдәле ырыуҙаштары менән ғорурлана, үткәнен, тарихын өйрәнә. Тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең береһе — Кушнаренко районы Мәмәк ауылынан Рида Минһажева. Йыйынға ул нәнәйе сиккән алъяпҡыстарҙы ла алып килгән. Ибакова Нәзирә Ғәлләметдин ҡыҙы ейәнсәрен дә бәләкәйҙән башҡорт милли биҙәктәрен сигергә өйрәткән. «Туҡһанынсы йылдарҙа әсәйем яғынан яҡын ғына туған булған РСФСР ҙың һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы Мөхәмәт Арыҫлановтан ата-бабалар тураһында һорашып, кассетаға һөйләгәндәрен яҙып алдым. Ана шул ваҡытта миндә тамырҙарыма ҡарата иҫ киткес көслө ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ошо йылдар эсендә мин шәжәрәмде төҙөнөм, бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдем. Өләсәйем Нәзирә Ғәләметдин ҡыҙы Ибәкова ғүмер буйы Мәмәктә йәшәне. Ул өйгә сулпыларын сыңлатып килеп инер ине. Оҫта ҡуллы булды. Ул сиккән алъяпҡыстарҙы, ул теккән күлдәктәрҙе, башҡорт биҙәкле һөлгө, шаршауҙы ҡәҙерләп һаҡлайым», – ти Рида Әнүәр ҡыҙы.
Йыйын сиктәрендә «Аҡбуҙат» журналы һәм «Тамыр» телеканалы Ҡаршын ырыуы балалары менән осрашты, шулай уҡ Мас-рестлинг федерацияһы рәйесе Раил Бикмаев та боронғо уйын — таяҡ тартыу менән таныштырҙы. Ҡаршын ырыуы съезында ҡатнашыусылар милли үҙаңды һаҡлау, балаларҙы, йәштәрҙе ырыуҙың лайыҡлы вәкилдәре итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ала.
Йыйында ҡатнашыусылар мәшһүр бейеүсе Рудольф Нуриевтың тарихи тамырҙарын өйрәнеү, исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып барырға һүҙ ҡуйышты, башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙең дә мәҙәни-тарихи мираҫын өйрәнеү һәм таратыу бурысын ҡуйҙы. Ҡорҙа Ҡаршын башҡорт ырыуы советы һайланды. Сәхнәнән тәүге тапҡыр ырыу гимны яңғыраны, уның авторы- Мәмәк ауылынан Рида Минһажева. Ырыуҙар йыйыны штандарты Түңгәүер ырыуы вәкилдәренә тапшырылды.
Читайте нас: