+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2021, 14:02

“МИНЕҢ ДОНЪЯМ”

Бөгөн Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһының профсоюздар Федерацияһы ойошторған билдәле фоторәссам Николай Посниковтың иҫтәлегенә юбилей фотокүргәҙмәһе асылды.Күргәҙмә июль уртаһына тиклем эшләй. Кемдәр күреп өлгөрмәгән, Киров урамы, 1-се һанлы йорт адресы буйынса рәхим итегеҙ.

Николай Юрьевич Посников (1942-2021)
Николай Юрьевич Посников 1942 йылда ижади ғаиләлә тыуған. Буласаҡ фотографтың бала сағы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының сәхнә артында үтә. Йәштән үк ул фото төшөрөү менән мауыға. Утыҙ йылдаш ашыу Посников заводта эшләй, ләкин театр, кино, сәхнәгә һөйөүе ғүмерлеккә ҡала. Һуңынан ул “Йәштәр мәҙәниәт һарайы”на рәссам-биҙәүсе булып урынлаша.
Фотографтың коллекцияһында меңдән ашыу билдәле кешенең – улар араһында совет киноһы актерҙары, поп-йондоҙҙар, рок-музыканттарҙың фотоһы бар. Күп йылдар ул кино йондоҙҙарын фотоға төшөрөү өсөн Мәскәүгә кинофестивалгә йөрөй. Уның архивында Любовь Орлова, Савелий Крамаров, Нонна Мордюкова, Юрий Соломин, Марина Влади, Софи Лорен, Митхун Чакраборти, Олег Янковский, Анастасия Вертинская, Борис Щербаковтың һәм башҡа бик күп Рәсәй һәм сит ил йондоҙҙарының фотолары һаҡлана.
“Шуныһы иғтибарға лайыҡ, яратҡан шөғөлө өфө фоторәссамына “йондоҙло” дуҫтар табырға ярҙам итә: уны совет актрисалары Фаина Раневская һәм Муза Крепкогорскаялар өйҙәренә саҡыра, ә Алла Ларионова иң яҡын дуҫына әйләнә,” – тип яҙалар киң мәғлүмәт саралары.
Фотографтың коллекцияһының күп өлөшө республиканың билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бәйле, шулай уҡ фотограф Өфө күренештәрен дә төшөргән.
Читайте нас: