-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 15:00

Өфө йүкәләре

Беҙҙең Матбуғат йорто йүкә сәскәһенең хуш еҫенә күмелеп ултыра.Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа йүкә сәскә аттымы әле, сәскәһен йыяһығыҙмы? Уның файҙаһы тураһында беләһегеҙме?

Йүкә сәскәһенең файҙаһы
Йүкә сәскәһен эҫе көндәрҙә йәки көн уртаһында, яңы ай тыуған ваҡытта, күпселек сәскәләре асылғандан һуң йыйыу яҡшы. Ямғырҙан һуң йыйһаң, файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Уны еләҫ, ҡояш төшмәгән урында киптереү мөһим.
Йүкә сәскәһе төнәтмәһе нервы системаһын тынысландыра, организмда бәүел һәм үт, тир бүленеүен көсәйтә, температураны төшөрә, ауыртыныуҙы баҫа, тамаҡты йомшарта, микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә эйә.
Шулай уҡ спазмдарҙы бөтөрә, ҡан баҫымын төшөрә, һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу өсөн дә ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы.
*Йүкәнең ваҡланған бөрөләрен һәм япраҡтарын тән йәрәхәте алғандан һуң, ул шешмәһен, ауыртыныуҙы баҫыр өсөн, һәм тән бешкәндә, шешкәндә ҡулланалар.
*Геморрой ваҡытында йүкә сәскәһе һалынған ваннаға ултырығыҙ.
*Йүкә орлоғонан эшләнгән төнәтмә танау ҡанағанда ярҙам итә.
*Йүкә сәскәһе төнәтмәһе менән йыуһағыҙ, сәсегеҙ ҡойолмаҫ.
*Йүкә сәскәһе тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген көсәйтә, шуға күрә һалҡын тейгәндә эсергә, ауыҙҙы, тамаҡты сайҡатйрға кәрәк. 2 балғалаҡ сеймалға 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут тоторға ла, һөҙөп алғас, йылы килеш файҙаланырға.
*Экземанан йүкә дегете ярҙам итә. Йүкә япрағын марляға урап, ҡайнар һыуға тығырға ла, һыуытып, ревматизмдан йонсоғандарға быуындарына, шулай уҡ геморройға ябырға.
*Баш ауыртҡанда уға йүкә япраҡтарын урарға мөмкин. Уларҙы 10-15 минут һайын алмаштырырға.
*Мунсаға йүкә миндеге әҙерләргә лә була.
Читайте нас: