Мин буласаҡ ҡатыным менән интернет аша таныштым. Ул Өфөлә тыуып үҫән. Шуға махсус программа аша бында күсеп килергә булдым, француз телен уҡытыу ҙа, Башҡортостан да оҡшай. Республикала төрлө милләт халыҡтары йәшәй, Европа менән Азия ҡушылған үҙенсәлекле төбәк.
Франция вәкиле фекеренсә, йәмғиәттә милләт-ара татыулыҡ, толерантлыҡ тигән терминдар йыш ҡулланыла. Әммә уны бар тулылығында тик Башҡортостанда ғына күрергә мөмкин. Шуға күрә лә ул республика хаҡындағы үҙ тәьҫораттарын ватандаштарына еткерергә лә ниәтләй. Үҙәк ағзалары әйтеүенсә, төрлө милләт халыҡтарын бергә туплаған Фольклориада Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош донъя кимәлендәге күләмле сара. Ике меңләп милләт вәкиле ҡатнашлығындағы тамаша иһә Гиннестың рекордтар китабына теркәлер тип көтөлә.