-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2021, 16:48

ЙЫЛҒА БУЙЫНДАҒЫ ҠАЛАЛАР. УЛАРҘЫҢ ИКЕҺЕНЕҢ БЕРЕҺЕ ӨФӨ БУЛЫР:

Билдәле булыуынса, Башҡортостан, башҡорттар һәм Өфө тураһында мәғлүмәт Урта быуатҡа ҡараған төрлө тарихи-географик хеҙмәттәрҙә, карталарҙа, шул заман сәйәхәтселәренең һәм миссионерҙарының яҙмаларында осрай.Башҡорт иле, Өфө ҡалаһы Урта быуат көнсығыш карталарында ла сағылдырылған. Шуларҙың береһе -1154 йылғы Иҙриси картаһы. Дауамы -

Әбү Абдаллаһ Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн-Абдал-лаһ ибн Иҙрис әл-Хәммәҙи әл-Хәсәни - бөйөк ғәрәп географы, сәйәхәтсеһе, картографы һәм тарихсыһы. Ул 1100 йылда Марокко иленең Сеута ҡалаһында тыуа. Әл-Иҙриси мосолман Испанияһының мәҙәни үҙәге Кордовала белем ала. Ул күп сәйәхәт ҡыла: Урта диңгеҙ буйҙарында, Кесе Азияла, Франция, Англияла, Пиреней ярымутрауы илдәрендә була. 1130 - 1154 йылдарҙа Палермо ҡалаһында Сицилия короле Рожер II һарайында йәшәй. Королдең ҡушыуы буйынса әл-Иҙриси "Өлкәләр буйынса сәйәхәт итеү тураһында хыялланыусының мауығыуҙары" ("Нузхэт эл-муштаҡ фихтирэк эл-афаҡ") исемле ҙур географик хеҙмәт ижад итә. Был энциклопедик әҫәрҙә автор быға тиклем билдәле булған бөтөн тиерлек географик мәғлүмәттәрҙе туплауҙы маҡсат итеп ҡуя. Был хеҙмәтендә Иҙриси IX - Х быуат авторҙарын (Ибн-Хуакал, Джейхэни, Ибн-Хордадбэх, әл-Мәсүди һәм башҡаларҙы) файҙалана һәм уны 1154 йылда тамамлай.
Китабында Иҙриси Башҡортостан ере, уның яҡын-тирәһен һүрәтләй. Ул баш-ҡорт илендә ҡалалар булыуы тураһында былай тип хәбәр итә: "Эске башҡорттар (басджиттар) ҡалаларынан Мастр (Маср) һәм Кастрҙы (Каср) әйтәйек. Был ике ҡала бик ҙур түгел һәм бында сауҙагәрҙәр һирәк була. ...Был ике ҡала ла Иҙелгә ҡушылған йылға буйында урынлашҡан". Иҙелгә ҡушылған йылға Ағиҙел булырға тейеш һәм ике ҡаланың береһе, моғайын, Өфө ҡалаһылыр. Ни өсөн Мастр, Кастр исемдәре? Башҡорт илендә ҡалалар булыуы тураһында мәғлүмәт Иҙрисигә бер нисә информатор аша килгән һәм шул сәбәпле ҡалаларҙың исеме үҙгәргән формала, боҙолоп килеп етеүе ихтимал.
"Өлкәләр буйынса сәйәхәт итеү тураһында хыялланыусының мауығыуҙары" әҫәренә ҡушымта итеп Иҙриси ике карта эшләй. Шуларҙың береһе - Түңәрәк донъя картаһы. Икенсеһе 70 биттән торған бөтә донъяны һүрәтләгән карта. Был картала 2500-ҙән ашыу атама күрһәтелгән. Шул иҫәптән Башҡортостандағы географик объекттар ҙа һүрәтләнә. Башҡортостан ере VI һәм VII климаттар (киңлек зонаһы) еренә индерелгән Иҙел (Волга), Ағиҙел, Кама, Ағиҙелдең ҡушылмалары Ҡариҙел һәм Әй йылғалары сағылдырылған. Ағиҙел буйында - Масра, Касра, Кама йылғаһы янында Каракыя ҡалаһы күрһәтелгән.

ШУЛАЙ ИТЕП...
XII быуатта Көнсығыш илдәрендә Башҡортостан иле киң билдәле булған, хатта башҡорттарҙың ҡалалары булғанлығы тураһында ла мәғлүмәт килеп еткән. Ошо ҡалаларҙың береһе, һис шикһеҙ, Өфө ҡалаһылыр. Тарихи, географик, картографик һәм археологик сығанаҡтар Өфө ҡалаһының борондан билдәле булыуын күрһәтә.

Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы.

Читайте нас: