+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 12:08

ҠАТЫН КЕШЕ ҠАМЫР МЕНӘН ҠАРТАЯ, БАЛА МЕНӘН ҺАРҒАЯ

:

Беҙ бала саҡта ҡулдан икмәк төшмәҫ ине: уйнаһаҡ та, мәктәпкә барһаҡ та, дәрестән ҡайтһаҡ та...Уҡыуҙан ҡайтып, атай-әсәйгә йорт-хужалыҡ эштәрендә булышып ингәс, бигерәк тәмле була ине ул.

Ә хәҙерге балалар ҡулында икмәк һирәк күренеш. Собханалла: магазин кәштәләре тулып ята: ағы-ҡараһы, буханкаһы-ҡаласы... Әсәйем әйтмешләй, икмәктән айырмаһын Хоҙай! Замана балалары ҡулында - йә чипсы, йә "Сникерс". Шөкөр, ҡайыра тешләп, атай, әсәй икмәге ашап үҫкән быуын беҙ - ҡыуанып, ғорурланып ҡуям. Шуға ла һауһаҡ, эшсән, маҡсатлы булып үҫкәнбеҙҙер, тием. Үҙегеҙгә мәғлүм, уҡыусым, элгәре йорт һайын бер-ике бала ғына булманы. Ауыл магазиндарында икмәк тә тулып ятманы - дөрөҫөрәге, бөтөнләй булманы ул кибеттә. Әсәйҙәр бешерә ине икмәкте: ҡомалаҡтан сүпрә ҡайнатып, ҡабартып, хуш еҫле итеп. Был мәшәҡәтле эштең асылын хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһылары белеп тә бөтөрмәйҙер әле: "магазиндыҡын" ашап өйрәндек бит. Бәләкәйҙән беҙҙе, өс ҡыҙын да, кешелектең үҙе кеүек боронғо һәм дә изге ошо һөнәр серҙәренә бағышлап, уның бөтөн нескәлектәренә йәлеп итеп, бәләкәйҙән өйрәтеп үҫтергәне өсөн рәхмәтлемен әсәйемә. Өлкәндәр бесәнгә китһә, бәләкәйҙәр өй көтөп ҡала: йорт эштәре лә етерлек. Ә иң яуаплы бурыс - икмәк һалыу өсөн "баш бешереү" һәм кискәрәк, эштәгеләр ҡайтыр алдынан уны болғатып ҡуйыу. "Башыңа яулыҡ ябынып, ҡулыңды йыуып, бисмиллаңды әйтеп тотон, балам", тип өйрәтер ине әсәйем. 5-6 ҡалаҡ ондо төшкө самауырҙың ҡайнар һыуына бутҡа ҡуйылығында бутап, бер аҙ һыуынғас, бер сынаяҡ әҙер сүпрәне (уны әсәйем һис йыбанмай, йыш-йыш яңыртып ҡайнатып тора һәм әсетке һорап килгән кешене буш сығармай ине) һалып болғатаһың да таҫтамалға төрөп, йылы урынға ултыртаһың. 4-5 сәғәттән һуң ҡабарып сыҡҡан "баш"ты, 2-3 туҫтаҡ он, самалап йылы һыу өҫтәп, болғатҡас, тағы йылы итеп төрөп, әсетергә ҡуяһың. Бәләкәй саҡта әсәй был эштең һуңғы этабына беҙҙе ҡушмай, үҙе ҡайтҡас, тансҡап, ҡабартып алыр ине. Бер нисә ҡайта баҫҡылап, йылы итеп төрөп, ҡабарта - шулай иткәндә генә икмәк йомшаҡ булып, ҡабарып бешә. "Ҡамыр - йәш бала шикелле ул, йылыны ярата", тип ҡабатлар ине гел. Әсәйемдең икмәк бешереүгә мейес ҡыҙыуы ғына түгел, күңел йылыһы ла кәрәклекте аңғартыуын үҫкәс кенә төшөндөм. Ут яғып, һыйыр һауып, ашарға бешереп алған арала ҡуҙы һүрелә төшкәс кенә мейескә тыға икмәкле табаларҙы әсәй. Ҡыҙыу ҙа, һүрелке лә булмаһын. Ул самаһын белеп бөткән инде - беҙҙе өйрәтә. Йәйге эш осоронда ана шулай итеп икмәк бешереп алғансы, сәғәт төнгө ун ике лә булып китә ине. Уның ҡарауы, ҡояш кеүек ҡайнар, йөҙө килеп, алһыуланып бешкән түп-түңәрәк икмәктәрҙе ике ҡулында алмашлап һөйә-һикертә таҙа ашъяулыҡҡа теҙеп һалғанда, әсәкәйемдең дә йөҙө ҡояштай балҡыр ине: "Аллаға шөкөр, күптең ризығы ла күп, алай ҙа ғына уңды", тип ҡыуана ине. Уңғандың ғына икмәге уңып бешеүен мин инде аңлай инем. Күп балалы, айырыуса ете малай үҫкән ғаилә өсөн 3-4 икмәк ике көнгә лә етмәй ҡала - иртәгәһенә тағы ла ҡамырға тотонорға, өйрәнелгән, ятлап алынған шул уҡ хәрәкәттәргә, шул уҡ эшкә "бисмилла"һын онотмай, көн артынан - көн, йыл артынан йыл буйына ҡабат-ҡабат тотондо әсәйем, тик ни тиклем генә хәсрәтле йә арыған мәле булмаһын, икмәк бешергәндә ҡараңғы сырайын күрмәнем... Беләктәрен төрөп, көн дә ҡамыр баҫып, мейес-мейес икмәк һалып, ана шулай ғүмере үтте әсәйемдең. Олоғайған көнөндә ике ҡул суғы менән яурынбаштары һыҙлауының да сәбәбен унан күрмәҫкә тырышты: "Ҡартлыҡ касафаты" тип кенә ҡуйыр ине. Хәйер, ҡамырҙан башҡа ла бөтмәҫ-күренмәҫ йорт-хужалыҡ мәшәҡәттәре аҙмы ни ҡатын-ҡыҙҙың? Аш-һыу яраштырыу эше тулыһынса улар иңендә: йорт хужабикәһенә ял да, отпуск та, "больничный" ҙа, пенсияға сығыу ҙа юҡ... Әлеге мәҡәл тап бына шуға ишара ла инде, күрәһең.
Ҡамыр бер ҡартайтһа, бала хәсрәттәре тамам һарғайта икән шул әсәйҙәрҙе. Ярай ҙа үҙҙәренең йәшлеген, көсөн, һаулығын балалары хаҡына ҡорбан итеп тә, исмаһам, олоғайған көндәрендә ғәзиздәренең түрендә генә ултырыр ҡәҙерҙәре булһа... Армия сафына оҙатҡан улдарын көтөп, төн йоҡламай Илаһына һығынып, уларҙы тыны менән һурып алғанса, нисә үлеп терелде икән әсәм? Кинәндерҙеме һуң әҙерҙе ашап, буй еткергән улыҡайҙары уны? Ошо һорауға яуап эҙләп, аҙашты күңел, юҡ тәҡәт. Әсә һөтөн, икмәк ғәмен еңә алырҙай, доғаларҙы ашатлатырҙай ыуға бирешмәһендәр өсөн, улдарҙың да ҡулдарын ҡамырға тығып алыу кәрәк булдымы икән әллә?.. Быныһы инде аптырағандан тыуған бер йән әрнеүе генә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

Читайте нас: