VI Бөтә Донъя фольклориадаһы CIOFF® ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын Мәскәү ирекмәндәре ҡаршы аласаҡ
VI Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы сит ил ҡунаҡтары Өфөгә Мәскәү аша килә. «Мосволонтер» дәүләт бюджет учреждениеһы ресурс үҙәге етәкселегендәге ирекмәндәр командаһы килгән ҡунаҡтарға аэровокзал территорияһында юл күрһәтеп торасаҡ. Бөтәһе 3 аэропорт эшләйсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июлдә Башҡортостан 2 меңгә яҡын фольклориадала ҡатнашыусыны ҡабул итә. Күләмле проектта үҙҙәренең мәҙәниәте һәм йолалары менән 48 ил таныштырасаҡ. Улар араһында: Австрия, Греция, Мысыр, Израиль, Испания, Кения, Коста-Рика, Непал, Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Папуа Яңы Гвинея, Панама, Перу, Румыния, Того, Франция, АҠШ, Чили, Швейцария, Эквадор, Эстония һ.б. бар.
VI Бөтә Донъя фольклориадаһы CIOFF® ҡайҙа үтә?
2021 йылда Халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәге булып Башҡортостан Республикаһы тора. Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, ә 4 фестиваль округына берләшкән 22 муниципалитетта сығыш яһаясаҡ:
1) Үҙәк ФО (Салауат ҡалаһы – 5 июль, 2021 йыл, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Нуриман районы – 6 июль, 2021 йыл, Октябрьский ҡалаһы – 7 июль, 2021 йыл, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы районы – 8 июль, 2021 йыл, Ишембай ҡалаһы һәм Благовещен районы – 9 июль, 2021 йыл).
2) Төньяҡ ФО ( Мишкә районы – 5 июль, 2021 йыл, Ҡариҙел районы – 6 июль, 2021 йыл, Борай районы – 7 июль, 2021 йыл, Асҡын районы – 8 июль, 2021 йыл).
3) Төньяҡ-көнбайыш ФО (Дүртөйлө ҡалаһы – 5 июль, 2021 йыл, Яңауыл районы – 6 июль, 2021 йыл, Тәтешлерайоны – 7 июль, 2021 йыл, Нефтекама ҡалаһы – 8 июль, 2021 йыл, Илеш районы – 9 июль, 2021 йыл).
4) Көнсығыш ФО (Әбйәлил районы – 5 июль, 2021 йыл, Бөрйән районы – 6 июль, 2021 йыл, Учалы ҡалаһы – 7 июль, 2021 йыл, Сибай ҡалаһы – 8 июль, 2021 йыл, Белорет ҡалаһы – 9 июль, 2021 йыл).
Концерттарҙан тыш ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтарына оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙандарҙың эшмәкәрлеген, ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙәге парадын күрһәтәсәк. Концерт программалары асыҡ һауала үтә. Инеү бушлай, битлек кейеү мотлаҡ.
Өфөлә 48 ил ҡатнашлығында киң күләмле ижади күргәҙмә үтәсәк
3 июлдә Башҡортостанда VI Бөтә Донъя фольклориадаһы CIOFF® сиктәрендә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының беренсе Халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла. 48 илдең танылған оҫталары һәм һөнәрселәре «Торатау» Конгресс-холында үҙҙәренең эштәрен күрһәтәсәк. Экспозицияла мәҙәни ҡиммәттәрҙе сағылдырыусы декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең уникаль өлгөләре, милли костюмдар, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре урын ала.
Шул уҡ көндә Йәштәр координацион комитеты CIOFF® менән берлектә ойошторолған «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» («Музыкальные инструменты народов мира») тигән фотокүгәҙмә лә эшләйәсәк. Экспозицияла донъя халыҡтарының традицион музыка ҡоралдарының һүрәттәре күрһәтелә. Фотокүргәҙмә менән 4 телдә: урыҫ, инглиз, испан һәм француз телендә танышырға була.
Күргәҙмә 2021 йылдың 9 июленә тиклем эшләй.