Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙә 2018–2027 йылдарҙа “Балалыҡ ун йыллығы”н уҙғарыу хаҡында указға ҡул ҡуйғайны. “Балалыҡты яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу маҡсатында, 2012–2017 йылдарҙа балалар мәнфәғәтендә Милли эш стратегияһын ғәмәлгә ашырыу барышында өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алып, ошондай ҡарар ҡабул ителде”, тиелә документта.