+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Май 2021, 19:17

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап флешмоб иғлан итә!

Флешмобта туған телен белгән һәр бала ҡатнаша ала. 31 майҙан 5 июнгә тиклем башҡортса шиғыр ятлап йә сәсмә әҫәрҙән өҙөк һөйләп #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ТелемдеЯратам #БашҡортсаҺөйләшәм хештегтары менән видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк. Тулы мәғлүмәт сайтыбыҙҙа. Уңыштар, бәләкәй Илһөйәрәҙәр!

1 июнь көндө Яҡутов исемендәге паркта үтәсәк балалар байрамында махсус майҙансыҡ эшләйәсәк. Флешмобта ҡатнашырға теләгәндәр өсөн шунда уҡ видео яҙҙырыу һәм милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлеге ойошторола.

Һәр башҡорт балаһы өйҙә туған телендә аралашырға, мәктәптә туған телен өйрәнергә тейеш! Бының өсөн беҙ – өлкәндәр, ата-әсәләр яуаплы!
Балаларыбыҙҙы туған телдәрен онотоуҙан һаҡлайыҡ, башҡорт телен өйрәнеү йәһәтенән уларҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлайыҡ!
Читайте нас: