-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 16:00

Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин):

«Әр-Рәхим» мәсете асылған көндә тәүге Аҙан минең тауышым менән яңғырай. Был минең өсөн ҙур хөрмәт!» (Дауамы сайтта)

«Әр-Рәхим» мәсете асылған көндә тәүге аҙан Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшиндың) тауышы менән яңғырай. Был хаҡта артист социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә ул Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Бегерин менән бергә төҙөлөп ятҡан «Әр-Рәхим» мәсетендә булған.
«Ризуан Даниял улы төҙөлөштә финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре фондтары, шулай уҡ Рәсәй меценаттары менән һөйләшеүҙәр алып барыуы хаҡында һөйләне. Был традицион Исламға лайыҡлы бүләк һәм Республикабыҙҙың яңы күркәм урыны булыр, — тип яҙҙы Элвин. — Мәсет асылған көндә тәүге Аҙан минең тауышым менән яңғырай. Был минең өсөн ҙур хөрмәт!».
Читайте нас в