+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 20:00

27-28 май Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форум үтә:

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа бер һорау:– Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең кимәлен нисек баһалар инегеҙ? Эйе, Советтар Союзындағы гөрләп торған ташҡынды хәтерләтмәй, шулай ҙа…

Зәки Әлибаев: "Әҙәбиәттең кимәлен билдәләүсе төп төшөнсәләрҙең береһе – ул ваҡыт. Бөтәһенә лә үҙ баһаһын ҡуйыусы ваҡыт ғәли йәнәптәренән алданыраҡ нимәнелер йә кемделер баһаларға тырышыу хата буласаҡ. Әҙәбиәттең алтын фондына инәсәк ижад өлгөләрен киләсәктә билдәләйәсәктәр. Шулай ҙа ҡасандыр тулҡын-тулҡын булып ижадҡа килеүселәрҙең бөгөн ҡапыл аҙайыуының туранан-тура сәбәптәре бар. Беренсенән, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән генә түгел, ә гуманитар фәндәрҙән белем биреү бөтөнләй дүртенсе һәм бишенсе планға күсте. Ҙур хеҙмәт хаҡы алыу өсөн техник уҡыу йортон тамамларға кәрәк тигәнде йыш ишетәбеҙ. Әммә бөтәһе лә икмәк менән генә туҡ була алмай, рухиәттебеҙҙең аҫҡа тәгәрәүе әҙәбиәттә лә көстәрҙең күҙгә күренеп һирәгәйеүенә килтерҙе. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, үткән быуаттың 60-сы һәм 70-се йылдары әҙәбиәтебеҙҙең “алтын осоро” булды. Философияла һан сифатҡа әйләнә, тигән фекер бар. Күптең араһында барыбер сифат юғарыраҡ була. Мәҫәлән, ул осорҙа йылына дүрт-биш роман яҙылһа һәм нәшер ителһә, бөгөн иһә ике-өс йылға бер роман ижад ителә. Тимәк, был тәңгәлдә уйланырға урын бар". ("Шоңҡар" журналы, №6-2018)
27-28 май Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форум үтә. Әҙәби сара республиканың һәм башҡа төбәктәрҙән ҡәләм оҫталарын бергә туплаясаҡ. Форумға Силәбе, Ырымбур, Ростов, Калуга өлкәләре, Перм крайы, Татарстан республикаһынан яҙыусылар килеүе көтөлә.

Әҙәбиәт, китап нәшриәте, әҫәрҙәрҙе башҡа телдәргә тәржемә итеү буйынса көнүҙәк һорауҙар ҡараласаҡ. Форумдың беренсе көнөндә оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған. Сара эксперттары булараҡ Мәскәү, Ярославль, Махачкала, Новосибирскиҙан әҙәби журналдар, нәшриәттәр вәкилдәре, яҙыусылар, әҙәби тәнҡитселәр сығыш яһай. Мастер-кластарҙа әлеге цифрлаштырылған заманда китаптарҙы таратыу, нәшриәт торошо, әҙәби тәнҡит буйынса мәсьәләләр күтәрелә.
Форумдың икенсе көнөндә әңгәмә майҙансыҡтары ойошторола, унда балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге, тәржемә эше, милли драматургия хаҡында фекер алышасаҡтар.

«XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумды 27 май сәғәт өсөнсө яртыла (14.30) «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының тамаша залында тантаналы асыла.
Читайте нас: