+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Май 2021, 13:08

Йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә Башҡорт тоҡомло аттар фестивале

Сара ҡайҙа үтәсәк:

Сараны уҙғарыу урыны итеп Баймаҡ районы һайланған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. 2021 йылдың 24 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған.
Фестиваль рсепубликала йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеү йолаһын, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

БАШҠОРТ АТЫ

Ҡулға эйәләштерелгән иң боронғо аттың һөлдәһе тап Башҡортостанда табылған. Таш быуат кешеләренең тораҡтарында донъялағы иң боронғо эйәләштерелгән аттарҙың һөйәктәре әле Октябрьский ҡалаһы эсендә ҡалған Мулла исемле башҡорт ауылы янында һәм Дәүләкән ҡалаһында табылған:
Башҡорт аты – башҡорт балы менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Беҙҙең ата-абаларыбыҙ бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштергән. Шулай йылҡы малы башҡорт халҡының көнкүрешендә төп урын биләгән йорт хайуанына әүерелгән. Башҡорт атына нигеҙ булып торған ҡырағай аттар 19-сы быуатҡа тиклем Уралда йәшәгән. Уларҙы халыҡ тарпан тип атаған. Ҡырағай аттар 18-се быуатта бөтә Евразия ҡитғаһында таралған була. Әммә артабан, ер эше үҫешеп, баҫыуҙар артҡан, шулай уҡ кешеләр күбәйгәс, тарпандарға йәшәү өсөн киң яландар ҡалмай. Бынан тыш кешеләр, тарпандарға һунар иткән. Шул рәүешле 19-сы быуатта ҡырағай аттар юҡҡа сыҡҡан. Уларҙың ҡулға эйәләштерелгән нәҫелдәре булараҡ, төрлө йылҡы тоҡомдары ҡалған, шул иҫәптән башҡорттарҙың ата-бабалары бик борон эйәләштергән ат тоҡомо Башҡорт аты булып танылған. Сөнки был аттар тик башҡорттарҙа ғына үрсетелгән.
Әйткәндәй, ҡулға эйәләштерелгән иң боронғо аттың һөлдәһе тап Башҡортостанда табылған. Таш быуат кешеләренең тораҡтарында донъялағы иң боронғо эйәләштерелгән аттарҙың һөйәктәре әле Октябрьский ҡалаһы эсендә ҡалған Мулла исемле башҡорт ауылы янында һәм Дәүләкән ҡалаһында табылған. Уларҙың йәше – 8-9 мең йыл. Тимәк, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо заманда, йәғни таш быуатта уҡ тарпандарҙы ҡулға эйәләштергән һәм шуларҙан килә лә инде данлы Башҡорт аты.
Бәлки, ата-бабаларыбыҙ атты унан да элегерәк өйрәтеп алғандыр. Сөнки Бөрйән районындағы арҙаҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә ат һүрәттәре бар. Был һүрәттәрҙең йәшен 16–18 мең йыл тип билдәләй ғалимдар. Әйткәндәй, Шүлгәнташ мәмерйәһенең башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр” менән туранан-тура бәйле.
Азат ЮЛАН,
тарихсы.
Читайте нас: