Башҡортостанда «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә урман янғыны ҡотора.
Республиканың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә 41,91 гектар майҙанда өс урман янғыны теркәлгән.
Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуға бәйле «Ирәмәл» тәбиғәт паркының 4 июнгә тиклем ябылыуы хаҡында хәбәр ителгәйне.